Подсмотрено
Ошо көндәрҙә Ишембайға үҙенсәлекле шәхес, велосипедта донъя гиҙеүсе, 70 йәшлек үзбәк сәйәхәтсеһе Мукимжан Юнысов туҡталды. Мосафир 7 июндә Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан Европа буйлап сәфәргә сыҡҡан. Башҡортостанға ул 40 көн эсендә килеп еткән. Был уның ике тәгәрмәсле транспортта беренсе тапҡыр сәйәхәт итеүе түгел. 2024 йылда Мукимжан Абдулмәжит улы велосипедта Мәккәгә барып етеп хаж ҡыла. Юлға уға бөтәһе 10 ай ваҡыт китә. Әле лә мосафир үҙе ҡасандыр хеҙмәт иткән урындарҙы барып күреү теләге менән юлға сыҡҡан. Әммә илдә махсус хәрби операция барғас маршрутын бер аҙ үҙгәртергә мәжбүр. Көнөндә юлсы 100-150 километр юл үтә. Бар ерҙә лә уны мосолман ҡәрҙәштәр ихлас ҡаршы ала.
1
3
27