Подсмотрено
... "Радуга", "Салауат күпере" (Бәләбәй-2013),...
============================
Сез сораган идегез...

Мине һәм дә иҗатымны яратып үз иткән иҗатташ дусларыма үзем тураһында кыскача белешмә...

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА, ҮҘЕМ...

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Гәрәй ырыуы башҡорттары көн күргән Ҡашҡаҡ ауылында 1951-се йылдың 26 февралендә яҡты донъяға ауаз һалғанмын.
1960-1967 йылдарҙа Ҡашҡаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә, 1968-1971 йылдарҙа Яңауыл районы Ямалы урта мәктәбендә, 1968-1971 йылдарҙа Өфө автомобиль, юлдар төҙөү техникумын тамамлап тыуған яғым Тәтешлегә эшкә ҡайттым. Төҙөүсе һөнәренә тоғро ҡалып, "Хеҙмәт ветераны" исеменә лайыҡ булып хаҡлы ялға сыҡтым. Буш ваҡытымда ҡәләм тибрәтергә яратам. Ижад емештәрем дә әленән-әле республика баҫмаларында баҫылып бара.
Үҙ нәшер юлы менән өс китабымды баҫтырып сығарыу бәхетенә ирештем.
"Яҙмышым бүләге" (Тәтешле-2005),
"Үҙ еремдә" (Тәтешле-2005),
"Ғүмерем ағыштары" (Ҡазан- 2008).
Шәлкем-шәлкем ижад емештәрем күп кенә баҫмаларҙа донъя күрҙе. Һанап киткәндә: "Аҡсарлаҡ-2009" (Өфө-2009), "Аҡсарлаҡ- 2014" (Өфө-2014), "Радуга", "Салауат күпере" (Бәләбәй-2013), "Шишмәләрҙең көмөш сыңы" (Өфө-2013), "Таңдар офоҡта йылмая" (Өфө-2014), "Йыраҡ ҡалған яҙҙарым" (Өфө, 2015), "Йөрәгемдә һүнмәҫ ялҡын бар" (Яңауыл-2022), өс томдан торған саллы ғына "Илһамлы Өфө балҡышы" китабының өсөнсө томында(Өфө-2024).
Күп кенә ижад емештәремде көйгә һалыусы үҙешмәкәр композиторҙар ҙа (Зарима Аюпова, Илдар Мағдәнов, Руслан Исламов, Фәнисә Зарипова һ.б.) юҡ түгел. Уларҙы талантлы йырсылар Нәфкәт Ниғмәтуллин, Ғәбделфәт Сафин, Әлфиә Хәйретдинова, Динар Халиков, Зиләрә Юмағужина, Әбри Хәбриев, Азат Искужин һәм башҡалар үҙ репертуарҙарына алып башҡарыуҙары минең өсөн бик ҡыуаныслы...
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте тигәндәй, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау Грамотаһы төп хеҙмәтемдең оло емеше булһа, Ғәли Соҡорой, Әнғәм Атнабаев премияларын ижадымды яратып үҙ иткән уҡыусыларымдың ҙур бүләге итеп ҡабул иттем.
Һанай китһәң ижад емештәрем дә байтаҡ:
Ғәли Соҡорой "Алтын миҙалы" (Татар- башҡорт милли үҙәге, Пермь крайы-2011), республика күләмендә үткән " Мин яратам һине, тормош" фестивале лауреаты (Өфө-2018), "За вклад в развитие Татышлинского района" миҙалы ( Тәтешле-2023), Мөжәһит Хәйретдинов исемендәге миҙал (Туймазы- 2024) һәм дипломдар, грамоталар, рәхмәт хаттары.
2001 йылдан алып Тәтешле "Аҡ шишмә" йәш һәм башлап яҙыусылар түңәрәгендә, 2001 йылдан алып Яңауыл "Замандаш" яҙыусылар ойошмаһында, 2020 йылдан алып, Мөжәһит Хәйретдинов исемендәге "Илһам/Вдохновение" региональ әҙәби берләшмәһендә ағза булып торам.
Таланттарға бай, эш һөйөүсән халҡым менән тыуған яғым Тәтешлемдә ғүмер кисереүемә сикһеҙ бәхетлемен.

Ихтирам менән автор Фәнил Миңнегалиев
✍Фаниль Миннегалиев
0
0
0